Воскресенье, 05.05.2024, 12:14
Приветствую Вас Гость | RSS

Дом детского творчества села Акъяр

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 37
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


16:56
1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам сараһына мәғлүмәт

 

1июнь көнө Аҡъяр ауылының Ял һәм мәҙәниәт паркында Балалар ижады йорто тарафынан ойошторолған Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған ҙур байрам сараһы булып үтте. Сара байрам ҡунаҡтары- Мәғәриф идаралығы методисы З.И. Аҡъюлова һәм район хакимиәтенең хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге начальнигы С.М . Пахтусоваларҙың ихлас ҡотлау һүҙҙәренән башланып китте. Байрам «Шатлыҡ», “Бәпембә”, «Йәйғор» балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең, 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре, тағы ла Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады йорто уҡыусыларының сағыу концерт номерҙары менән биҙәлгән ине. Шулай уҡ ғәйләгә тәрбиәгә алынған балаларҙың сығыштары ла байрамға йәм өҫтәне.

Байрам барышында “Нур”үҫмерҙәр клубы, Аҡъяр ауылының балалар баҡсалары һәм Балалар ижады йорто хеҙмәткәрҙәре төрлө уйындар ойошторҙолар.Уйындарҙа ҡатнашыусы балалар татлы приздар алып ҡыуандылар.Байрам балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм килгән ҡунаҡтарҙың барыһының да күңеленә хуш килде.

Ә.Ә.Балдыбаева

Балалар ижады йорто педагог- ойоштороусыһы.

Просмотров: 788 | Добавил: ДДТАкъяр | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Июнь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930