Понедельник, 29.04.2024, 17:26
Приветствую Вас Гость | RSS

Дом детского творчества села Акъяр

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 37
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


09:29
“Башҡортостан ынйылары” конкурс-фестиваленең район этабы.

27 февраль көнө Балалар ижады йортонда “Башҡортостан ынйылары - 2015” конкурс фестиваленең район этабы үтте.

Конкурс - фестивалдең маҡсаты булып уҡыусыларҙа башҡорт халҡының үткәненә, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу, тыуған төйәктен тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәлгән халыҡ йолаларын, ер-һыу атамалырын өйрәнеү, тергеҙеү, экологик тәрбиә үҫтереү ине.

         Конкурс-фестиваль “Шишмә – йәшәү сығанағы” девизы аҫтында үтте.Һәр коллектив үҙенен ерлек материалдарына таянып сәхнәләштерелгән сығышын тәҡдим итте. Ҡатнашыусыларҙың сыгышында йыр, бейеү, балалрҙың уйын фольклоры төп урын алды.

         Конкурс фестивәлдә коллективтарҙың сығыштары бик ҡыҙыҡлы, бай, йөкмәткеле булды. Һөҙөмтәлә 1-се урын Һамар мәктәбенен “Ерэнағас”  фольклор төркөмөнә бирелде, етәксеһе Таймасова Лилиә Мирғәле ҡыҙы. 2-се урын Яны Ергән мәктәбенен “Истоки” фольклор төркөмөнә бирелде, етәксеһе Күсәкова Роза Әхмәтшәриф ҡыҙы.

         Шулай уҡ конкурстың положениеһы буйынса лидер – башлап йөрөүселәргә айырым конкурс уткәрелде. Улар залда ултырыусылар менән йола уйыны үткәрергә тейеш ине. Был номинацияла Һамар мәктәбе уҡыусыһы Вәхитов Байморатҡа тинләшеүсе булманы. Енеүселәргә Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Просмотров: 500 | Добавил: ДДТАкъяр | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Март 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031