Вторник, 07.05.2024, 06:07
Приветствую Вас Гость | RSS

Дом детского творчества села Акъяр

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 37
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


11:02
«Беҙҙең еңмеш яҡташыбыҙ»

1 апрель көнө Балалар ижады  йортонда Рәсәй киноһы йылына арналған «Беҙҙең еңмеш яҡташыбыҙ» тип аталған кисә булып үтте.Был кисәнең маҡсаты булып, балаларҙа кино сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт киноларын барлау, яҡташыьыҙ Айнур Асҡаровтың ижады менән яҡындан танышыу ине.

Кисәнең тәүге өлөшө, Аҡъяр егете, «Еңмеш», «Әсә»,  «Бал әсеһе»  фильмдарыны менән республикала танылыу яулаған йәш режиссер Айнур Асҡаровтың ижадына арналды .Ҡасан тыуған ,ҡайҙа уҡыған,нисек уҡыған, ни өсөн  режиссер һөнәрен һайлаған, был һорауҙарға яуаптар , балаларға бик ҡыҙыҡлы, фәһемле булды.

Ә икенсе өлөшөндә, 200-ҙән ашыу фестивальдәрҙә ҡатнашҡан, 30-ҙан ашыу Гран-при яулаған, тағы ла бик күп дипломдарға лайыҡ булған «Еңмеш» фильмын ҡарау балаларҙа бик көслө тәъҫораттар ҡалдырҙы.           Кисәне йомғаҡлар алдынан, фильмда ғәмһеҙ бала саҡ ҡына түгел, милли булмыш, быуындар күсәгилешлеге тураһында әңгәмә ойошторолдо. Балалар үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән бүлеште, тәъҫораттар менән уртаҡлашты. Ысынлап та, тап еңмеш, үҙ һүҙле, ныҡышмал, алдына алғанын ҡуймаған, бер нимәнән дә ҡурҡмаған малайҙарҙан, маҡсаттарын тормошҡа ашырырҙай, илгә кәрәкле кеше булырҙай ирҙәр үҫеп етә лә инде, тигән һығымтаға килеп кисәбеҙҙе тамамлап ҡуйҙыҡ.

Кисәне тамамлағас, балалар менән боронғо халыҡ уйындары ойошторолдо. Уҡыусылар тәмле приздар алып, ҡыуанып, яҡшы кәйеф менән таралыштылар.

Просмотров: 372 | Добавил: ДДТАкъяр | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Апрель 2016  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930