Суббота, 04.05.2024, 12:24
Приветствую Вас Гость | RSS

Дом детского творчества села Акъяр

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 37
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


16:10
“Донъя йәме - ҡатын-ҡыҙ” тип аталған“түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү

         5 мартта Балалар ижады йортонда  Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә  арналған “Донъя йәме - ҡатын-ҡыҙ” тигән тема буйынса “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Һөйләшеүгә “Моңдаръя” (етәксеһе Балдыбаева Ә.Ә.) һәм “Осҡон” (етәксеһе Таһирова Н.Ш.) түңәрәктәрендә шөғөлләнгән уҡыусылыр һәм уларҙың әсәйҙәре саҡырылғайны.

       Сараның тәүге өлөшөндә, түңәрәк өҫтәл ҡунағы, Хәйбулла районының хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге начальнигы     Светлана Мартин ҡыҙы Пахтусова килгән ҡунаҡтарҙы, уҡыусыларҙы етеп килгән байрам менән тәбрикләне.

      Түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙең төп маҡсаты- яҡташыбыҙ, Айнур Асҡаровтың  «Әсә» ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмын ҡарап, тъәҫораттар менән уртаҡлашыу,  тормошта әсәйҙәрҙең дә яҙмыштары төрлө булыуы тураһында фекер алышыу ине.Һөйләшеү барышында, уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты, әсәйҙәрҙе байрам көндәрендә  генә ҡыуандырып түгел, ә башҡа көндәрҙә лә ярҙам итеп, иғтибарҙы күберәк бүлергә кәрәк, тигән фекергә килде улар.Шулай уҡ, 6 балаға ғүмер биргән, тәрбиәле, ижадҡа ғашиҡ балалар үҫтереүсе Миләүшә Килдебаева һәм Альбина Ғәббәсовалар ҙа күмәк бала тәрбиәләү серҙәре менән уртаҡлаштылар.

     Ғәилә ҡиммәттәрен, әсә яҙмышын асып һалған, тәрбиәүи яҡтан көслө булған «Әсә» фильмы уҡыусыларға ғына түгел, әсәйҙәргә лә фәһем булыр, ыңғай һөҙөмтә бирер, тигән ышаныста ҡалам...

Әнисә Балдыбаева, Балалар ижады йорто педагогы.

Просмотров: 462 | Добавил: ДДТАкъяр | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Март 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031