Понедельник, 29.04.2024, 22:45
Приветствую Вас Гость | RSS

Дом детского творчества села Акъяр

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 37
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


11:26
Хәйбулла ынйылары - 2015

Ошо көндәрҙә Балалар ижад йорто тарафынан йылдағыса “Хәйбулла ынйылары - 2015” конкурсы уҙғарылды,  ул ике этаптан торҙо. Конкурстың төп маҡсаты - балаларҙың ижадын үҫтереү, һәләттәрен асыу, халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләү.

 Балалар ижады йорто педагогтары тарафынан ойошторолған жюри ағзалары Макан, Әбеш, Аҡъяр, Бурибай зоналарында - халыҡ, эстрада, ансамбль йүнәлешендә 80-дән ашыу сығыш ҡараны, бөтәһе 218 уҡыусы ҡатнашты һәм муниципаль этапҡа 25 конкурсант һәм 12 ансамбль үтте.

Бәйге бик көсөргәнешле барҙы, еңеү тик иң-иңдәргә бирелде. Халыҡ йырзары йүнәлешендә Быҙаулыҡ мәктәбе уҡыусыһы Дәүләтҡолова Ғәлиә (10 йәшкә тиклем), Өфө мәктәбе уҡыусыһы Маҡанов Альфред (15 -17 йәш) беренсе урынды яуланылар.

Эстрада йүнәлешендә беренсе урынды Бурибай мәктәбе уҡыусыһы Ғәтиәттуллина Диана(10 йәшкәсә),  Сиҙәм мәктәбенән Айнур Ярмуллин (11-14 йәшкәсә), Кулик Маргарита (15-17 йәшкә тиклем) бүлештеләр.

Ансамблдәр араһында: Һамар мәктәбенең “Карусель” ансамбле (10 йәшкә тиклем), 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең “Лира” ансамбле (11-14 йәш), Татыр-Үҙәк мәктәбенең “Йәйғор” ансамблдәре (15-17 йәш) бүлештеләр.  

Сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотҡан, моңло, матур  итеп йырлаған тәрбиәләнеүселәрҙән киләсәктә артист сыҡмаҫ тимә!

Просмотров: 370 | Добавил: ДДТАкъяр | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031