Понедельник, 29.04.2024, 18:10
Приветствую Вас Гость | RSS

Дом детского творчества села Акъяр

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 37
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


17:34
Хәйбулла ынйылары - 2016

               7 декабрь көндө район мәҙәниәт йортонда “Хәйбулла ынйылары - 2016” район йыр бәйгеһенең финалы үтте. Урындарҙа һайлап алыу турында 274 бала ҡатнашып, шуларҙың 135-е  финалда сығыш яһау бәхетенә эйә булды. Иң-иңдәрҙе берләштергән коцерт программаһында 32 номер ине. Сығыштар ике йүнәлештә (эстрада һәм халыҡ йырҙары), өс номинацияла  баһаланды. Шулай итеп, эстрада йүнәлешендә 10 йәшкә тиклемгеләр араһында 1-се урынды Әбүбәкер мәктәбенән Малабаева Азалия, 11-14 йәшлектәрҙә Мәмбәтов Нияз (Мәмбәт), 15-17 йәш –Ярмуллин Айнур (Сиҙәм) яуланы. Халыҡ йырҙарын башҡарыусы 11-14 йәшлектәр араһында Ғәлиәхмәттән Илбәкова Илсинә еңеүсе булды. Ансамблдәр, дуэттар, трио башҡарыусылар араһында 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 2е класы уҡыусылары, 15-17 йәшлектәрҙә Татыр-Үҙәктән “Йәйғор” ансамбле еңеү яуланы. Быйыл “Хәйбулла ынйылары” бәйгеһендә тәүге тапҡыр “Йырлаусы ғаилә” исемле номинация булдырылды. Был номинацияла Степнойҙан Полина Лобанова һәм әсәһе Лариса Ямалетдинова еңеп сыҡһа, ҡалған ғаиләләләр призерҙар булды. Еңеүселәрҙең барыһына ла Почет грамоталары һәм сертификаттар тапшырылды. 

Просмотров: 388 | Добавил: ДДТАкъяр | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2016  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031