Вторник, 07.05.2024, 15:07
Приветствую Вас Гость | RSS

Дом детского творчества села Акъяр

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 37
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


16:07
“Хәйбулла ынйылары – 2017”

9 декабрь көндө район мәҙәниәт йортонда “Хәйбулла ынйылары - 2017” район йыр бәйгеһенең финалы үтте, ул өс этаптан торҙо. Конкурстың төп маҡсаты - балаларҙың ижадын үҫтереү, һәләттәрен асыу, халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләү.

Балалар ижады йорто педагогтары тарафынан ойошторолған жюри ағзалары Макан, Йәнтеш, Аҡъяр, Бурибай зоналарында - халыҡ йырзары, эстрада, ансамбль, дуэт, трио йүнәлешендә 10 йәшкә тиклем, 11-14 йәшкә тиклем, 15 алып 17 йәшкә тиклем 143-тән ашыу сығыш ҡараны, бөтәһе 290 уҡыусы ҡатнашты һәм муниципаль этапҡа 21 конкурсант, 13 ансамбль һәм 8 “йырсы ғаилә” үтте.

Бәйге бик көсөргәнешле барҙы, еңеү тик иң-иңдәргә бирелде.

Эстрада йүнәлешендә беренсе урынды Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Сәлимова Гөлнәзирә (10 йәшкәсә), Подольский мәктәбенән Гайнетдинов Иҙел (11-14 йәшкәсә), Сиҙәм мәктәбенән Нургалина Нурзилә (15-17 йәшкә тиклем) яуланылар. 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең уҡыусыһы Әлләберҙина Гөлдәр (10 йәшкәсә), Оло Әбеш мәктәбенең уҡыусыһы Булат Кускильдин (11-14 йәшкәсә) һәм 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең уҡыусыһы Солтанова Гөлназ (15-17 йәшкә тиклем) икенсе урынды бүлештеләр. Өсөнсө урынды Бәләкәй Арыҫланғол мәктәбенән Сурин Илгизәр (10 йәшкәсә), Өфө мәктәбенән (11-14 йәшкәсә) Искужина Лиана, Оло Әбеш мәктәбенән Юламанов Марат һәм Ғәлиәхмәт мәктәбенең уҡыусыһы Айзилә Ишкуватова(15-17 йәшкә тиклем) яуланылар.

Халыҡ йырзары йүнәлешендә Гәлиәхмәт мәктәбе уҡыусыһы Илбәкова Илсинә (15 -17 йәш) беренсе урынды яуланы. Икенсе урынды (10 йәшкә тиклем) Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Әхмәтова Илзирә, Сиҙәм мәктәбе уҡыусыһы Лобанова Полина (15 йәшкә тиклем) яуланылар. Өсөнсө урынды Таштуғай мәктәбенең уҡыусыһы (10 йәшкә тиклем) Гөлзәниә Рәхмәнгулова һәм Әбүбәкир мәктәбенең уҡыусыһы Наҙгөл Ультракова (15 йәшкә тиклем) бүлештеләр.

Ансамбль, дуэт, трио араһында: 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең “Ҡояшҡай”  ансамбле (10 йәшкә тиклем), Татыр-Үҙәк мәктәбенең “Йәйғор” ансамбле (11-15 йәш), беренсе урынды яуланылар. 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 2В синыф ансамбле  (10 йәшкә тиклем), (11-15 йәш) Әбүбәкир мәктәбенән Ультракова Наҙгөл һәм Байрамгулова Айгөл икенсе урынды бүлештеләр. Ә өсөнсө урынды Бәләкәй Арыҫланғол мәктәбенән Илюзә Хунафина һәм Ильяс Сурин (10 йәшкә тиклем), Оло Әбеш мәктәбенән егеттәр ансамбле (15 йәшкә тиклем) яуланылар.

          “Хәйбулла ынйылары” бәйгеһендә “Йырсы ғаилә” исемле номинация булдырылды. Был номинацияла Яңы Зиргәндән Гөлгөнә Күлембетова һәм әсәһе Сәлиә Күлембетова еңеп сыҡты.  Оло Әбештән Ғайсар Акбалин һәм ҡәртәсәе Римма Акбалина икенсе урынды яуланылар. 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең уҡыусылары Рәйсә Билалова һәм Ғәлинур Билалов өсөнсө урынды яуланылар.

        Быйылғы йылда тәүге тапҡыр Гран-при булдырылды. Жюри ағзалары иң-иңде һайлап был юһары баһаны Әбүбәкер мәктәбе уҡыусыһы Сынбулатов Таһир эйә буллыуы белдерелде.

Еңеүселәрҙең барыһына ла  грамоталар һәм сертификаттар тапшырылды.

 Сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотҡан, моңло, матур итеп йырлаған тәрбиәләнеүселәрҙән киләсәктә артист сыҡмаҫ тимә!

Просмотров: 385 | Добавил: ДДТАкъяр | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031