Среда, 08.05.2024, 02:50
Приветствую Вас Гость | RSS

Дом детского творчества села Акъяр

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 37
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


17:37
Милли ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Халыҡ ижады - быуаттар буйы һаҡланып, быуындан- быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, ҡиммәтле хазина, изге аманат, ҡәҙерле мираҫ. Милләтебеҙҙең рухи байлығын, аҫыл сәнғәт өлгөләрен күңел һандығында ғына һаҡламай , уны өйрәнеп, барлап, киләсәк быуынға еткереү һәр кемебеҙҙең изге бурысылыр. Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙа халыҡ ижадына иғтибар артҡандан – арта бара. Акъяр ауылы Балалар ижады йортонда ла  фольклор түңәрәктәре эшләп килә. Эште нимәнән башларға, нисек итеп балаларҙы йәлеп итергә, ниндәй йүнәлеш алырға тигән һорауҙарға яуап табыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, 1 декабрь көнө Балалар ижады йортонда фольклор түңәрәген етәкләгән педагогтар өсөн семинар үткәрелде. “Милли ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлайыҡ!” тигән девиз аҫтында матур осрашыу кисәһе  лә булды был.  Семинарға Район мәҙәниәте йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова, шулай уҡ Әбүбәкер ауылының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы (етәксеһе- Әлфидә Ғәфүр ҡыҙы Ультракова) ағзалары саҡырылғайны.Кисәнең тәүге өлөшөндә  район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы педагогтар менән әңгәмә үткәрҙе,уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Ә икенсе өлөшөндә Әбүбәкер ауылы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаһы Билалова Гүзәл Оморҙаҡ ҡыҙы түшелдерек, селтәрҙәр тураһында һөйләп үтте. Ул үҙе менән бик боронғо әйбер, Билалова Шәрифә Абдулхаҡ ҡыҙының өләсәһенән (1815 йылғы) ҡалған селтәрҙе алып килгән ине. Быларҙан тыш, фойела  милли биҙәүестәр күргәҙмәһе лә ойошторҙо улар. Әбүбәкер ағинәйҙәре буш ҡул менән килмәгән, үҙ ҡулдары менән тегелгән сағыу милли кейемдәрен кейеп «Селтәрем- ҡашмауҙарым» тип аталған фольклор бейеүен күрһәттеләр. Кисәнең аҙағында Ғәлимйән ағай Ультраковтың моңло, дәртле баянына ҡушылып, уҡыусылар педагогтар, ағинәйҙәр менән берлектә, «Наза» , «Сылбыр» уйындарын уйнап хушлаштылар. Был сара педагогтарҙың ғына түгел, уҡыусыларҙың да күңеленә хуш килде.Ошо йүнәлештәге осрашыуҙар күберәк ойошторолһон ине, тигән теләктә ҡалабыҙ!

Просмотров: 320 | Добавил: ДДТАкъяр | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031