Понедельник, 06.05.2024, 12:08
Приветствую Вас Гость | RSS

Дом детского творчества села Акъяр

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 37
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


14:56
«Башҡортостан ынйылары» район конкурсына мәғлүмәт

«Башҡортостан ынйылары» район конкурсына мәғлүмәт

18 февраль көнө Балалар ижады йортонда уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе театраль-фольклор төркөмдәренең “Башҡор тостан ынйылары-2016” республика фестиваленең 10 йыллыҡ юбилейына арналған конкурс-фестиваленең район этабы үтте.

Конкурс-фестивалдең маҡсаты булып уҡыусыларҙа халҡыбыҙҙың үткәненә, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу, халыҡ йолаларын тергеҙеү, өйрәнеү, балаларҙың уйын фольклорына иғтибар арттырыу ине.

Конкурс-фестиваль:

«Телең барҙа илең бар,

Илең барҙа иркең бар.

Иркең барҙа күркең бар,

Ерең, күгең-икең бар»  девизы аҫтында үтте.

Юлбарыҫ, Степной, Өфө, Яңы Ергән мәктәптәренән һәм Балалар ижады йорто коллективтарынан бөтәһе 58 уҡыусы ҡатнашты.Конкурстың талаптарына ярашлы һәр коллектив үҙенең ерлек материалдарына таянып тикшереү эшен әҙерләгән. Тикшереү эшенең һөҙөмтәһе булып бик бай йөкмәткеле сығыштар сәхнәләштергәйне.

Ҡатнашыусыларҙың сығыштары йыр, бейеү, уйын менән генә сикләнмәне, тиҙәйткестәр, йомаҡтар, таҡмаҡтар,әбәкләшеүҙәр, имләүҙәр менән дә “байытылған” ине.

Һөҙөмтәлә, еңеүселәр рәтендә 3 коллектив: Балалар ижады йортоноң “Үҫәргәндәр”, Юлбарыҫ мәктәбенең “Ерәнағас”, Степной мәктәбенең “Дала” коллективтары сыҡты. Ә Өфө мәктәбенең “Торналар” һәм Яңы Ергән мәктәбенең “Истоки” коллективтарына грамоталр бирелде.Ҡатнашыусы коллективтарҙың бөтәһенә лә  иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Шулай уҡ конкурстың талаптары буйынса лидер-башлап йөрөүселәргә айырым конкурс үткәрелде. Улар залда ултырыусылар менән йола уйындары үткәрҙеләр.Был бәйгелә Юлбарыҫ мәктәбенән Вәхитов Байморатҡа (етәксеһе Л.М.Таймасова) етеүсе булманы.          

 

Балдыбаева А.А.                                                            

Просмотров: 511 | Добавил: ДДТАкъяр | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Февраль 2016  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
29