«Башҡортостан ынйылары» район конкурсына мәғлүмәт
18 февраль көнө Балалар ижады йортонда уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе театраль-фольклор төркөмдәренең “Башҡор тостан ынйылары-2016” республика фестиваленең 10 йыллыҡ юбилейына арналған конкурс-фестиваленең район этабы үтте.
Конкурс-фестивалдең маҡсаты булып уҡыусыларҙа халҡыбыҙҙың үткәненә, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу, халыҡ йолаларын тергеҙеү, өйрәнеү, балаларҙың уйын фольклорына иғтибар арттырыу ине.
Конкурс-фестиваль:
«Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар.
Иркең барҙа күркең бар,
Ерең, күгең-икең бар» девизы аҫтында үтте.
Юлбарыҫ, Степной, Өфө, Яңы Ергән мәктәптәренән һәм Балалар ижады йорто коллективтарынан бөтәһе 58 уҡыусы ҡатнашты.Конкурстың талаптарына ярашлы һәр коллектив үҙенең ерлек материалдарына таянып тикшереү эшен әҙерләгән. Тикшереү эшенең һөҙөмтәһе булып
...
Читать дальше »